Ҡыҙыл бүлмәләге төш
роман / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡыҙыл бүлмәләге төш (ҡыт. ғәҙәти 紅樓夢, ябайл. 红楼梦, пиньин: hónglóumèng, палл.: хунлоумэн) — ҡытай телендәге дүрт классик романдың береһе. Тәүге 80 бүлеген Цао Сюэцинь яҙған, был өлөш «Таш тураһында яҙмалар» (ҡыт. ғәҙәти 石頭記, ябайл. 石头记, пиньин: shítóu jì, палл.: шитоу цзи) тигән исем менән уның вафаты алдынан 1763 йылда баҫылып сыҡҡан. Өс тиҫтәгә яҡын йылдан, 1791 йылда, нәшерсе Гао Э[1] ярҙамсыһы менән бергәләп, тағы ҡырҡ бүлекте баҫтыра, шулай итеп, романдың сюжет һыҙығы тамам була. Романды тикшереүселәр был өлөштөң Цао ниәтенә ни тиклем тап килгәнлеге тураһында даими бәхәстәр алып бара.
Ҡыҙыл бүлмәләге төш | |
紅樓夢 | |
| |
Жанр | |
---|---|
Автор |
Цао Сюэцинь |
Төп нөхсә теле |
ҡытай |
Ижат ителгән ваҡыты |
XVIII быуат |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1763-1791 йылдар |
«Ҡыҙыл бүлмәләге төш» — Цзя тоҡомона ҡараған ике тармаҡтың бөлөүе һәм бөтөүе тураһында күп планлы хикәйәт, шул ерлектә — был тоҡомдоң өс быуынынан тыш — уларҙың иҫәпһеҙ-һанһыҙ зат-зәүере һәм ғаилә ағзалары күҙ алдынан үтә. Алдараҡ яҙылған ҡытай романдарынан айырмалы, "Төш"тә аныҡ сюжет һыҙығы һәм төҙөк композиция бар[2], был әҫәр — геройҙарҙың кисерештәре һәм кәйеф алмашыныуҙары ентекләп асылған тәүге роман[2][3]. Романда автобиографик көнкүреш яҙмалары (Цао Сюэцзинь ғаиләһенең күтәрелеүе һәм түбән тәгәрәүе[4]) менән уйҙырмалар ҡатнаштырыла, көндәлек ваҡиғалар менән ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиғалар сиратлашып килә. Роман әхләҡһеҙлеге арҡаһында Ҡытайҙа бер нисә тапҡыр тыйыла[2].