ҠҠХЛ 2023/2024 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
ҠҠХЛ 2023/2024 йылдар миҙгелендә — Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының туғыҙынсы миҙгеле. Даими беренселек 17 сентябрҙә «Ағиҙел» һәм «Динамо-Нева» хоккей клубтары араһында уйын менән башлана һәм 2024 йылдың 1 мартында тамамлана. Шулай уҡ ҠҠХЛ чемпионы титулы өсөн плей-офф 10 апрелгә тиклем бара. Ҡатнашҡан командалар составынан Ҡытайҙан «КРС Шэньчжэнь» командаһы сыға.
Ҡыҫҡа факттар Башы, Аҙағы ...
Башы | 17 сентябрь 2023 |
---|---|
Аҙағы | 10 апрель 2024 |
Даими чемпионат | |
Уйындар һаны | 168 |
Чемпионат еңеүсеһе | Ағиҙел (102) |
Бомбардир | Оксана Митрофанова (74) |
Плей-офф | |
Чемпион | Динамо-Нева |
Финалист | Бирюса |
Серияла иҫәп | 4 : 1 |
ҠҠХЛ миҙгелдәре | |
←2022/23 | 2024/25→ |
Ябырға
Был миҙгелдә ҠҠХЛ йондоҙҙар уйыны Тулала үтә, Көнсығыш командаһы Көнбайышты 5:4 иҫәбе менән ота. Даими чемпионатта 102 мәрәй менән «Ағиҙел» командаһы бишенсе тапҡыр еңә. Чемпион титулын тәүгегә Санкт-Петербургтан «Динамо-Нева» хоккей клубы яулай.