Үпкә
From Wikipedia, the free encyclopedia
Үпкә (лат. pulmones, бор. грек. πνεύμων) — атмосфера һауаһы менән һулыш алыуға яраҡлашҡан ағза. Һөтимәрҙәрҙең, ҡоштарҙың, һөйрәлеүселәрҙең, ер-һыу хайуандарының төҙөлөшөнә хас. Бер ни тиклем балыҡтарҙың (суҡ ҡанатлы балыҡтар, ике яҡлы һулышлы балыҡтар, күп ҡанатлы балыҡтар) һауа менән тын алыу ағзаһы булып йөҙөү ҡыуығы ла хеҙмәт итә.
Ҡайһы бер умыртҡаһыҙҙарҙың да һауа менән һулай торған ағзаларын «үпкә» тип атайҙар. Мәҫәлән, үрмәксе һымаҡтар, голотуриялар, ҡорһағаяҡлы моллюскыларҙың бер төркөмө атмосфера һауаһын һуларға яраҡлашҡан.
Үпкәләге һауа менән капиллярҙарҙағы ҡан араһында газдар алмашыныу ашырыла.