Үҙәк Тибет хөкүмәте
Далай-лама етәкселегендәге хөкүмәт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Иленән ҡыуылған Тибет хөкүмәте, йәғни Үҙәк Тибет хөкүмәте (ЦТА, тибар. བཙན་བྱོལ་བོད་གཞུང་) — Ҡытай Халыҡ Республикаһы Тибертты көс ҡулланып баҫып алғанға (инкорпорация) тиклем булған тарихи Тибет хөкүмәтенең күсәгилешлеген һаҡлап ҡалған ойошма. Хөкүмәт башлығы — Лобсанг Сенге (рус телле сығанаҡтарҙа Лобсанг Сангай) (2011 йылдың 27 апреленә тиклем хөкүмәт башлығы булып Нууу-лама XIV була).
Үҙәк Тибет хөкүмәте | |
тиб. བཙན་བྱོལ་བོད་གཞུང་ | |
Нигеҙләү датаһы | 28 апрель 1959 |
---|---|
Рәсми атамаһы | བཙན་བྱོལ་བོད་གཞུང་ |
Дәүләт | Һиндостан[1] |
Юрисдикция таралышы | Тибетский автономный район[d] |
Бойһонған ойошма (филиал) | Chatrel[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Дхарамсала[d], Химачал-Прадеш[d], Һиндостан |
Алыштырған | Тибет[d] |
Рәсми сайт |
tibet.net xizang-zhiye.org bod.asia |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 10 049 һәм 115 000 ± 999[2] |
Үҙәк Тибет хөкүмәте Викимилектә |
Ойошма Һиндостанда урынлашҡан һәм Ҡытай тарафынан бер ҡасан да танылмаған[3]. Башта ул Тибеттың Кашағ хөкүмәте тип атала, ә 1960 йылда был атама «Бөйөк Ҡар Ере Хөкүмәте» тип үҙгәртелә[4]. Ойошманың эске структураһы хөкүмәттекенә оҡшаш; ул Тибетта власты баҫып алыуҙы төп маҡсаты итеп ҡуймауын белдерә; «Тибетта азатлыҡ яуланыу менән» һәм Тибеттың үҙендә тибет халҡытарафынан барлыҡҡа килтерелгән хөкүмәт файҙаһына был ойошма таратыласаҡ, тип белдерә улар[5]. Өҫтәүенә сәйәси эшмәкәрлектән тыш, был ойошма Һиндостанда йәшәгән тибет халҡы өсөн мәктәп селтәре менән идара итә һәм башҡа мәҙәни саралар үткәрә. 1991 йылдың 11 февралендә Үҙәк Тибет Хөкүмәте Гаагала (UNPO) (Нидерланд) Вәкәләтле органы булмаған милләттәр һәм халыҡтар ойошмаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе[6][7].