Һут
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һут — шыйыҡ аҙыҡ төрө, ашауға яраҡлы йәшелсә-еләк емештәрен һәм еләк культураларын һығып, килеп сыға. Һут барлыҡ илдәрҙә лә билдәле. Бигерәк тә бешкән, ашауға яраҡлы, яҡшы емештәрҙән һығылған һут таралған. Шулай уҡ үләндең һабағы, тамыры, япрағынан да һут була (мәҫәлән, сельдерей, шәкәр ҡамышы һабағынан һут). Йөҙөм һәм сейә һуттары составы буйынса бер төрлө.
Ҡулланыусылар күҙлегенән ҡарағанда, һуттар өс төргә бүленә:
- яңы һығылған һут. Был һут ҡулланыусылар алдында механик йәки ҡул менән эшкәртеү ярҙамында барлыҡҡа килә;
- туранан-тура һығылған һут. Был һут яҡшы, бешкән емештән һығыла, пастеризациялана һәм зарарһыҙландырылған пакеттарға йәки быяла һауытҡа ҡойола.
- тергеҙелгән һут. Уны туйындырылған һуттан һәм эсәр һыуҙан эшләп, зарарһыҙландырылған пакеттарҙа һатыуға сығаралар.
Ҡануниәт нигеҙендә (ТР ТС 023/2011 Еләк һәм йәшелсәнән һут продукцияһына техник регламент), һут тип «әсемәгән, әсергә мөмкин, ашарға яраҡлы, яҡшы бешкән, сей йәки киптерелгән емеш йәки йәшелсәгә физик көс түгеп барлыҡҡа килгән, эшләү ысулына ҡарамаҫтан, туҡлыҡлыҡ ҡиммәте, физик-химик һәм органолептик сифаттарын юғалтмаған шыйыҡ аҙыҡты» беләләр.