Әзербайжандың ауыл хужалығы
Әзербайжан иҡтисадының тармағы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Әзербайжандың ауыл хужалығы — Әзербайжан иҡтисадының тармағы. Ауыл хужалығы нигеҙҙә виноград үҫтереүҙә, баҡсасылыҡта, тәмәке үҫтереүҙә, йәшелсәселектә, малсылыҡта һәм ебәкселектә махсуслаша. Төп техник культуралар — мамыҡ, тәмәке, сәй.
Әзербайжандың ауыл хужалығы | |
Дәүләт | Әзербайжан |
---|---|
Әзербайжандың ауыл хужалығы Викимилектә |
Әзербайжан Республикаһының территорияһы 86,6 мең кв. км (12 % — урман, 1,6 — һыу бассейны, 52,3 % — ауыл хужалығы өсөн яраҡлы ерҙәр, 34,1 % — башҡа ерҙәр) тәшкил итә. Бөтә ерҙәрҙең (8,7 миллион гектар) 4,6 миллион гектарын ауыл хужалығы ерҙәре биләй. Шуның 1,8 миллион гектары — һөрөнтө ерҙәр, 2 миллион гектарҙы йәйге һәм ҡышҡы көтөүлектәр алып тора, ауыл хужалығы ерҙәренең бер өлөшөндә күп йыллыҡ үҫемлектәр үҫтерелә. Һөрөнтө ерҙәрҙең яртыһы тиерлек — Кура-Аракс уйһыулығында.
Әзербайжандың эске тулайым продуктында ауыл хужалығының өлөшө — 5,7 % (2012 йыл). Әзербайжандың ауыл хужалығында, Һунарсылыҡ тармағында һәм урмансылығында тулайым өҫтәмә ҡиммәт күләме — 2318 миллион манат (2012 йыл)[1][2].