Әхтәмов Ибниәмин Әбүсүғүт улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ибниәмин Әбүсүғүт улы (Әбүссүғүд улы) Әхтәмов (татар. Ибнеәмин Әбүсогыд улы Әхтәмов, 6 (18) ноябрь 1877 йыл — 1941 йыл) — ышаныслы прсяжный, Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының IV саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1912—1917)[⇨], Петроградта мосолман йәмәғәт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең Бөтә Рәсәй съезы президиумы рәйесе [⇨]. 1916 йылдың декабрендә Урта Азия ихтилалы ҡатнашыусылары өҫтөнән ойошторолған процеста яҡлаусы булып сығыш яһай. Рәсәй һәм Себер эсендәге төрки-татар-мосолмандарҙың милли идараһы («Милли идара») рәйесе урынбаҫары һәм Комуч ағзаһы (1918)[⇨]. 1938 йылда «Иҙель-Урал» ойошмаһы эше буйынса ҡулға алына [⇨]. Меньшевик Ибраһим Әхтәмовтың ағаһы[⇨].
Википедияла Әхтәмов фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Әхтәмов Ибниәмин Әбүсүғүт улы | |
татар. Ибниамин Абуссуд улы Әхтәмов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 18 ноябрь 1877({{padleft:1877|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) |
Тыуған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1941 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Атаһы | Әхтәмов Әбүсүғүд Әбделхалиҡ улы |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Социалист-революционерҙар партияһы[d] |
Әхтәмов Ибниәмин Әбүсүғүт улы Викимилектә |
Ябырға