3 май — григориан стиле буйынса йылдың 123-се (кәбисә йылында 124-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 242 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Төбәк байрамдары
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Шакиров Рәфҡәт Миҙхәт улы (1945), ғалим-инженер-механик, йәмәғәтсе. 1986 йылдан Үткәргес торбаларҙы, яғыулыҡ энергетика комплексы объекттарын төҙөү һәм файҙаланыу буйынса Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтының (Мәскәү) генераль директоры, 1995—1999 йылдарҙа — президенты. Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1991). РСФСР-ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР-ының (1980) атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995), СССР Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1986), СССР Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының почётлы хеҙмәткәре (1991). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1983), «Почёт Билдәһе» (1975) һәм Дуҫлыҡ (1995) ордендары кавлеры.
- Бәҙретдинов Сәлимйән Миңләхмәт улы (1950), ғалим-филолог, журналистика ветераны, яҙыусы. 1983 йылдан «Совет Башҡортостаны» һәм «Башҡортостан» гәзитенең Белорет зонаһы буйынса үҙ хәбәрсеһе, 1996 йылдан «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире, 1999—2015 йылдарҙа «Ватандаш» журналының баш мөхәррир урынбаҫары. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы, 2000 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (2010). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия һәм Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты (икеһе лә — 1996).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Кузнецов Анатолий Васильевич (1923—??) — инженер, сәнәғәт, партия органдары һәм фәнни өлкә хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957 йылдан Өфөләге «Электроаппарат» заводы директоры, 1961 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының, 1988—1991 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының бүлек мөдире. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Октябрь Революцияһы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Һибәтуллин Ирмөхәмәт Мырҙағәли улы (1943), табип-невролог, педагог. 1971 йылдан Сибай медицина училищеһы уҡытыусыһы, 1972—1976 йылдарҙа — директоры, бер үк ваҡытта 1971 йылдан Сибай ҡала дауаханаһы табибы, 1978 йылдан — баш табип урынбаҫары, 1994—2012 йылдарҙа ҡан алыу-биреү бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2003) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002), Рәсәйҙең почётлы доноры (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Фәррәхетдинов Рауил Ғоссаметдин улы (1939), инженер, йәмәғәтсе. 1971 йылдан «Башмебельбыт» предприятиеһының баш инженер урынбаҫары, баш инженеры, директоры; артабан Өфө мебель етештереү фабрикаһының генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 9-сы (1975—1980) һәм 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Почёт ордены кавалеры (1990).
- Ғилметдинов Айҙар Рәшит улы (1974), хирург-ғалим. 2001 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2007), профессор (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Субушев Илгиз Әхүәс улы (1974), агроном, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 2009 йылдан Балтас сорт һынау участкаһы директоры. 2017 йылдан Балтас район хакимиәте башлығы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2023). Сығышы менән ошо райондың Көнтүгеш ауылынан.
- Хәбибов Руслан Таһир улы (1974), механик-техник, социаль эш белгесе, мәғариф, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары, 2018 йылдан министры; 2021 йылдан — спорт министры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2024), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән Һамар ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1870: Александр Бенуа, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1900: Фёдор Никитин, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1900: Николай Яковченко, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, Украина ССР-ының халыҡ артисы (1970).
- 1905: Мари Глори, Франция актрисаһы.
- 1910: Елена Юнгер, СССР актрисаһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1957).
- 1941: Нона Гаприндашвили, СССР һәм Грузия шахматсыһы, бишенсе донъя чемпионы.
- 1950: Мэри Хопкин, Бөйөк Британия йырсыһы, йырҙар авторы.
- 1965: Михаил Прохоров, Рәсәй бизнесмены, сәйәсмән.
- 1985: Данила Козловский, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, «Алтын бөркөт» һәм «Ника» премиялары лауреаты.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға