Һөтимәрҙәр
балаларын һөт менән туҡландыра торған умыртҡалы хайуандар класы. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Һөтимәрҙәр, имеҙеүселәр, йәки Йәнлектәр (лат. Mammalia) — балаларын һөт менән туҡландыра торған умыртҡалы хайуандар класы.
Ентеклерәк мәғлүмәт ?Һөтимәрҙәр, Фәнни классификация ...
? Һөтимәрҙәр | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||
|
||||||
Латинса исеме | ||||||
Mammalia | ||||||
|
Ябырға
Латинса атамаһы Mammalia («mamma» — "түш грудь һәм елен ")[1] барлыҡ имеҙеүселәрҙә лә һөт биҙҙәренең булыуы сәбәпле бирелгән исем[2].
Имеҙеүселәр класын өйрәнеүсе махсус фән териология (маммалиология) тип атала[3].
Имеҙеүселәрҙең 4,5 меңгә яҡын төрө билдәле. Рәсәйҙә сама менән 380 төр имеҙеүсе тереклек итә.
Башҡортостан биләмәләрендә алты отрядҡа ҡараған 83 төр имеҙеүсе (40 төрө ҡиммәтле тиреле йәнлек) барлығы асыҡланған.
Имеҙеүселәр Ер шарының бөтөн материктарында, океан һәм диңгеҙҙәрҙә таралған.