Автомобиль
минималь 3 тәгәрмәсле моторлы, рельсһыҙ юл транспорты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Автомоби́ль (бор. грек αὐτο — үҙе һәм лат. mobilis — хәрәкәт итеүсе), автомаши́на, автотранспорт сараһы, дөйөм алғанда автотехника — моторлы, рельсһыҙ, кәмендә дүрт тәгәрмәсле юл транспорты. Төрҙәргә бүленеше: еңел автомобиль, йөк автомобиле, автобус, троллейбус, бронетранспортёр. Ауыл хужалығы машиналары һәм мотоциклдар автомобиль булып иҫәпләнмәй. Ябай телмәрҙә автомобиль һүҙе урынына башлыса машина тип әйтәләр.
Механик транспорт сараһы, ғәҙәттә юлдарҙа кеше йәки йөк ташыу йәки ошо транспорт сараларын юлдарҙа тартып барыу өсөн ҡулланыла. Был термин тролейбустарҙы, йәғни электр үткәргестәре менән тоташтырылған рельсһыҙ транспорт сараларын үҙ эсенә ала; әммә ауыл хужалығы машиналары был иҫәпкә инмәй, сөнки улар өсөн кеше һәм йөк ташыу ярҙамсы эшмәкәрлек кенә булып тора.
— Ст. 1, Юл хәрәкәте конвенцияһы (Вена, 8 ноябрь 1968 йыл)
Ғәҙәттә кеше һәм йөк ташыу йәки транспорт сараларын юлдарҙан буксирлау өсөн ҡулланылған төрлө механик үҙйөрөшлө транспорт саралары,; ул иҫәпкә ауыл хужалығы тракторҙары инмәй.
— Ст. 1, Халыҡ-ара йөк ташыу менән шөғөлләнгән транспорт саралары экипаждары эшенә ҡағылышлы Европа килешеүе, (ЕСТР) Женева, 1970 йылдың 1 июле
Ҡоро ер транспорт саралары — үҙ көсө менән йөрөгән; төрлө һыҙаттан хәрәкәт иткән кәмендә дүрт тәгәрмәсле (улар ергә тейеп торорға тейеш), идара ителеше һәм хәрәкәте лә кәмендә ике тәгәрмәс менән тәьмин ителергә тейешле транспорт сараһы
— Халыҡ-ара спорт кодексы ФИА, ст. 13
Автомобиль | |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Фердинанд Вербист[d] |
---|---|
Асыу датаһы | 1884 |
Менән бәйләнештә | юл һәм пешеход[d] |
Предназначен для перевозки | водитель моторного транспортного средства[d], пассажир[d] һәм груз[d] |
Һыйым | 8 |
Тасуирлау биттәре | neal.fun/earth-reviews/c… |
Һештег | car |
Энергия сығанағы | Бензин, Дизельное топливо[d], электр, зелёный водород[d], Ҡояш энергетикаһы, Биоэтанол[d] һәм сжиженный углеводородный газ[d] |
Меньше чем | грузовой автомобиль[d] һәм автобус[d] |
Вики-проект | Проект:Автомобиль[d] |
Метод обслуживания | техническое обслуживание автомобиля[d] |
Өлөшләтә тура килә | колёсное транспортное средство[d] |
Автомобиль Викимилектә |