Бөйөк Британия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөйөк Брита́ния (ингл. Great Britain), рәсми исеме — Бөйөк Британияның һәм Төньяҡ Ирландияның Берләшкән Короллеге (ингл. The United Kingdom of Great Britain and Northern Ireland), инглиз телендә Берләшкән Короллек тип аталыуы ла осрай (ингл. United Kingdom) — Төньяҡ-көнбайыш Европалағы дәүләт, БМО-ның Именлек Советы ағзаһы.
| |||||
Милли девиз: «Dieu et mon droit» «(Хоҙайым һәм хоҡуғым)» | |||||
Гимн: Бөйөк Британия гимны (тыңларға (мәғл.)) | |||||
Нигеҙ һалынған | 1801 | ||||
Рәсми телдәр | Инглиз теле | ||||
Баш ҡала | Лондон | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Лондон, Эдинбург | ||||
Идара итеү формаһы | Конституцион монархия | ||||
Дәүләт башлығы Премьер-министр | Карл III Риши Сунак | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 77 урын 244 101 км² 1,3 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2005) • Тығыҙлыҡ | 21 урын 60 441 457 247 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2004) • Кеше башына | 6 урын 1 736 377 млн. $ 30 900 $ | ||||
Валюта | Фунт стерлиң (GBP) | ||||
Интернет-домен | .uk | ||||
Телефон коды | +44 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC 0 |
Баш ҡалаһы — Лондон. Идара итеү формаһы — парламентлы (конституцион) монархия.
Административ-территориаль бүленеүе формаһы буйынса унитар дәүләт булыуына ҡарамаҫтан, Англиянан тыш бөтә Берләшкән Короллек өлөштәренең ҙур автономияһы бар.
Берләшкән Короллек Бөйөк Британия утрауында һәм өлөшләтә Ирландия утрауында урынлашҡан. Шулай уҡ Берләшкән Короллеккә инмәгән әммә уның өлөшө булған Британиянан бойондороҡло территориялар һәм Британияның Корона биләмәләре бар.
Майҙаны — 244,9 мең км². Дәүләт башлығы — королева (король). Халҡы — 60,4 млн кеше (2005): инглиздәр (83 %), шотландтар (8,6 %), валлийҙар (4,9 %), ирландтар (2,9 %). Рәсми тел — инглиз теле. Диндарҙарҙың күпселеге — протестанттар.
Ил Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО ағзаһы.