Википедия:Башҡортса яҙыу
From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт Википедияһы бүлегендә эшләгәндә (яңы мәҡәлә яҙғанда, тулыландырғанда, мөхәррирләгәндә) башҡортса яҙырға, йәғни башҡортса хәрефтәрҙе ҡулланырға тура киләсәк. Бының өсөн бер нисә ысул бар. Һеҙгә ҡайһы ысул уңай, шуны һайлап эшләй алаһығыҙ.
Унан алда компьютерығыҙҙа Википедиялағы башҡортса тексттар уҡырлыҡ булһын өсөн ошо өс шрифттың береһе булырға тейеш: "Arial Unicode MS", "Palatino Linotype", "Microsoft Sans Serif". Википедиялағы тексттар "Arial Unicode MS" шрифты менән күрһәтеүгә көйләнгән. Әгәр компьютерығыҙҙа "Arial Unicode MS" шрифты булмаһа, Internet Explorer 7, Mozilla Firefox 2, Opera браузерҙары етмәгән хәрефте "Palatino Linotype", "Microsoft Sans Serif" шрифттарынан алып күрһәтәсәк. Шуның өсөн ҡайһы ваҡыт башҡорт хәрефтәренең дәүмәлдәре башҡаса булыуы мөмкин. Әгәр өс шрифттың береһе лә булмаһа, йәки Internet Explorer 6 (һәм унан түбәнерәк) һәм башҡа браузерҙар ҡулланғанда башҡорт хәрефтәре урынына шаҡмаҡтар күренергә мөмкин. Шуның өсөн өс шрифттың береһе булһын һәм браузерҙарҙың заманса өлгөләрен ҡулланығыҙ.
«Хамелеон» программаһының ниндәй ҙә булһа өлгөһөн ҡулланыуҙы тәҡдим итмәйбеҙ.