Википедия:Фекер алышыу биттәрендә имза ҡуйығыҙ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Фекер алышыу һәм әңгәмә биттәрендә (тик мәҡәләләрҙә түгел) үҙ имзағыҙҙы ҡуйыу менән һеҙ фекер алышыу биттәренең аңлайышлы булыуына ярҙамсы булаһығыҙ. Уның һөҙөмтәһендә башҡа ҡулланыусылар әңгәмә айышына тиҙ төшөнәсәктәр, шулай уҡ, кәрәк булған ваҡытта һеҙҙең менән әңгәмә бите аша бәйләнешкә инеүе еңел буласаҡ.
ЭЙ:ИМЗА |
Ҡыҫҡаса: Фекер алышыу һәм әңгәмә биттәрендә яҙыуығыҙҙан һуң имза ҡуйығыҙ. Ябай һәм ныҡ сағыу булмаған имза ҡулланырға тырышығыҙ |