Википедия:Ҡыйыу булығыҙ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Википедия берләшмәһе үҙенең ҡатнашыусыларын тартыныуһыҙ, ҡурҡып тормай мәҡәләләрҙе тулыландырырға, хаталарҙы төҙәтергә саҡыра.
ВП:ҠБ |
Ҡыҫҡаса: Хата күрһәгеҙ — ҡыйыу булығыҙ һәм уны үҙегеҙ төҙәтегеҙ — башҡа берәүҙең төҙәткәнен көтөп тормағыҙ. |
Ҡатнашыусылар хаталарҙы төҙәткәндә, грамматикаға һәм стилгә ярашлы хәлгә килтергәндә, мәҡәләләрҙе яңы факттар һәм фотографиялар менән тулыландырғанда, Википедия тиҙерәк үҫешә. Нисәмә тапҡыр нимәнелер уҡығанда, ошоно-ошоно төҙәтергә ине, уйлағанһығыҙҙыр, моғайын? Википедия мәҡәләләрҙе төҙәтергә һәм тулыландырырға мөмкинлек тыуҙырып ҡына ҡалмай, ул тап шул маҡсатта донъя күргән дә. Әлбиттә, теүәллек һәм иплелек кәрәк, мәгәр был принцип үҙен ярайһы аҡлай.
Кемдер түбән сифатлы мәҡәлә йәки мәҡәлә әҙерләнмәһе яҙған икән, төҙәтмәләрегеҙ уға оҡшамауынан ҡурҡмағыҙ. Төҙәтегеҙ, тулыландырығыҙ һәм әҙерләнмәне өлгөлө мәҡәләгә әйләндерегеҙ. Был Википедияның асылы.
Әлбиттә, башҡа ҡатнашыусылар шулай уҡ һеҙ яҙғанды төҙәтә ала. Быны күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ, ЭЙ:ВНТны уҡығыҙ. Википедияны бөтәһе лә яҡшыраҡ итеп күргеһе килә бит.