Грек теле
Индо-Европа теле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Грек теле (үҙатамаһы — Ελληνικά [ɛliniˈka], Ελληνική γλώσσα [ɛliniˈci ˈɣlɔsa]) — Һинд-Европа телдәре араһында иң оҙаҡ йәшәүсе тел — документтар буйынса, уның йәшәү оҙайлығы — 3500 йыл тирәһе. Шулай уҡ ул һинд-европа телдәре араһында иң боронғо тел булып һанала, Микен яҙмалары фрагменттары беҙҙең эраға тиклемге XV — беҙҙең эраға тиклемге XIV быуаттарға ҡарай. Бөгөнгө көндә был телдә Грецияла, Кипрҙа, Албанияла, Австралияла, Болгарияла, Македонияла, Италияла, Төркиәлә, Әрмәнстанда, Грузияла, Украинала, Молдовала, Румынияла, Мысырҙа һәм эмигранттар берекмәләрендә яҡынса 12—15 миллион кеше һөйләшә. Грек теле беҙҙең эраға тиклемге IX быуаттан алып Грецияла һәм беҙҙең эраға тиклемге IV быуаттан алып Кипрҙа грек алфавиты ярҙамында яҙыла. Грек әҙәбиәте тарихы үҙ эсенә яҡынса өс мең йыллыҡ дәүерҙе һыйҙыра.
Грек теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
ελληνική һәм νέα ελληνικά |
---|---|
Классификация | |
Категория | |
Һинд-Европа ғаиләһе
| |
Әлифба | |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
гре 157 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 |
gre (B); ell (T) |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Грек алфавиты | |||
---|---|---|---|
Αα | Альфа | Νν | Ню |
Ββ | Бета | Ξξ | Кси |
Γγ | Гамма | Οο | Омикрон |
Δδ | Дельта | Ππ | Пи |
Εε | Эпсилон | Ρρ | Ро |
Ζζ | Дзета | Σσς | Сигма |
Ηη | Эта | Ττ | Тау |
Θθ | Тета | Υυ | Ипсилон |
Ιι | Йота | Φφ | Фи |
Κκ | Каппа | Χχ | Хи |
Λλ | Лямбда | Ψψ | Пси |
Μμ | Мю | Ωω | Омега |
Тарих | |||
Архаик локаль варианттар · · · · · | |||
Лигатуралар (ϛ, ϗ, ȣ) | |||
Цифрҙар: (6) · (90) · (900) | |||
|
Грек телендә иң бай әҙәбиәт барлыҡҡа килгән. Рим империяһында грек телен белеү һәр белемле кеше өсөн мотлаҡ тип һаналған. Латин телендә грек теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр күп, ә грек телендә һиҙелерлек кимәлдә латин һәм роман телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Яңы осорҙа боронғо грек теле (латин теле менән бер рәттән) яңы фәнни-техник терминдар (халыҡ-ара лексика) булдырыу сығанағына әүерелә. Грек һүҙҙәре рус теленә башлыса ике ысул менән — халыҡ-ара лексика аша һәм славян сиркәү теле аша үтеп ингән.