Морозкин Николай Данилович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Морозкин Николай Данилович (27 ноябрь 1953 йыл) — математик-ғалим. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1997 йылдан уҡыу эштәре буйынса проректор, 2013 йылдан — университет ректоры, 2022 йылдың 8 апреленән — университет президенты. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған (2011) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
Морозкин Николай Данилович | |||
Тыуған көнө |
27 ноябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (70 йәш) | ||
---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Мордва АССР-ы (хәҙер Мордва Республикаһы) Ельников районының Кержиманы ауылы | ||
Ил |
СССР, Россия | ||
Ғилми даирәһе |
ғәмәли математика | ||
Эшләгән урыны | |||
Альма-матер |
Мордва дәүләт университеты | ||
Ғилми дәрәжәһе |
физика-математика фәндәре докторы (1996) | ||
Ғилми исеме |
профессор (1997) | ||
Ниндәй өлкәлә танылған |
Башҡорт дәүләт университеты ректоры (2013—2022) | ||
Награда һәм премиялары |
| ||