Окисланыу дәрәжәһе
окисланыу һәм окисланыу-ҡайтарылыу реакциялары процестарын яҙып алыу өсөн ярҙамсы шартлы дәүмәл. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Окисланыу дәрәжәһе (әсетмә һаны) — окисланыу һәм окисланыу-ҡайтарылыу реакциялары процестарын яҙыу өсөн ярҙамсы шартлы дәүмәл. Ул молекуланың айырым атомының окисланыу торошон һәм электрондарҙың күсеүен иҫәпләүҙең уңайлы ысулын күрһәтә: был ысул молекулалағы атомдың ысын заряды түгел.
Ҡыҫҡа факттар Үлсәме, Дәүмәл символы (LaTeX) ...
Окисланыу дәрәжәһе | |
Үлсәме | |
---|---|
Дәүмәл символы (LaTeX) | |
Окисланыу дәрәжәһе Викимилектә |
Ябырға
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Список степеней окисления элементов
Элементтарҙың окисланыу дәрәжәһе тураһындағы күҙаллауҙар химик матдәләрҙе классификациялағанда, уларҙың үҙсәнлектәрен тасуирлағанда, берләшмәләрҙең формулаларын һәм уларҙың халыҡ-ара исемдәрен (номенклатуралар) төҙөгәндә нигеҙгә һалына һәм файҙаланыла. Ул окисланыу-ҡайтарылыу реакцияларын өйрәнгәндә айырыуса киң ҡулланыла.
Окисланыу дәрәжәһе төшөнсәһе йыш ҡына валентлыҡ төшөнсәһе урынына органик булмаған химияла ҡулланыла.