Пластмасса (пластик масса), йәки пластик — синтетик йәки тәбиғи юғары молекулалар берләшмәһе (полимерҙар) нигеҙендә материалдар. Синтетик полимерҙар нигеҙендә лә пластмасса бик киң ҡулланыла.
«Пластмасса» атамаһы йылытыу һәм баҫым тәьҫирендә был материалдар һыуынғандан йәки ҡатырғандан һуң бирелгән форманы һаҡлауға һәләтле тигәнде аңлата. Формалаштырыу процесы пластик деформацияланыусы (йә юғары һығылмалы) тороштоң ҡаты торошҡа (быяла йәки кристаллға) күсеүенән барлыҡҡа килә..