Принтер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Принтер (ингл. printer — print «баҫыу») — компьютерҙың тышҡы перифериялағы ҡоролмаһы. Был ҡоролма ярҙамында компьютерҙағы текст йәки график мәғлүмәтте ҡаты физик есемгә, мәҫәлән, ҡағыҙға йәки полимер пленкаға ҙур булмаған тиражда (бер нисә дананан бер нисә йөҙгә тиклем) баҫтырыу өсөн форма эшләп тормай күсереү мөмкин.
Принтер | |
Название с огласовками | מַדְפֶּסֶת |
---|---|
Код MCN | 8443.16.00 |
Принтер Викимилектә |
Принтерҙар ҙур тираждар баҫтырыуға тәғәйенләнгән полиграфия һәм ризография ҡоролмаларынан шуның менән айырыла.
Принтер — тәү сиратта юғары технологиялы компьютер менән эшләү өсөн сығарылған ҡоролма. Принтер хисаплау ҡоролмаһында һаҡланған мәғлүмәтте цифрлы форманан ҡулланыусы аңларлыҡ һәм оҙайлы һаҡлай алырлыҡ аналоглы төргә әүерелдереү өсөн тәғәйенләнә.
Бынан тыш, күп функциялы ҡоролмалар була (МФУ), улар бер прибор эсендә принтер, сканер, күсермә алыу аппараты һәм телефакс функцияларын берләштерә. Бындай ҡоролма техник һәм иҡтисади йәһәттән үҙен аҡлай, ҡулланыусы өсөн бик уңайлы.
Принтерҙың плоттер тип аталған махсус төрө бар.