Функция (математика)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Фу́нкция (сағылыш , опера́тор, үҙгәреш) — математикала, ике күмәклектең элементтары араһында, бер күмәклектең һәр элементына икенсе күмәклектең ниндәйҙер элементы ярашлы ҡуйыла тигән ҡағиҙә буйынса урынлаштырылған ярашлылыҡ.
- Отображение бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Отображение (мәғәнәләр).
Функцияның математик төшөнсәһе, нисек бер дәүмәл тулыһынса икенсе дәүмәлдең ҡиммәтен билдәләй икәнен интуитив күҙаллауҙы кәүҙәләндерә. Шулай, үҙгәреүсәненең ҡиммәте аңлатмаһының ҡиммәтен бер мәғәнәле билдәләй, ә айҙың ҡиммәте артабанғы айҙың ҡиммәтен бер мәғәнәле билдәләй. Ошоға оҡшаш рәүештә, алдан уйланылған алгоритм инә торған бирелгән дәүмәлдең ҡиммәте буйынса сыға торған дәүмәлдең ҡиммәтен бирә.
Йыш ҡына «функция» термины аҫтында һанлы функцияны, йәғни бер һандарҙы икенселәренә ярашлы ҡуя торған функцияны аңлайҙар. Был функцияларҙы графиктар рәүешендә күрһәтеү уңайлы.