Ҡала агломерацияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡала агломерацияһы (лат. agglomeratio, agglomero — бергә, ҡушам) — бергә ҡушылған йәки бер беренә яҡын урынлашҡан ҡалалар (шулай уҡ ауылдар йәки башҡа торлаҡ пункттар) төркөмө. Агломерацияға ингән ҡалалар берҙәм система булараҡ ҡарала.
Агломерациялар ғәҙәттә бер өлкән үҙәк ҡала тирәһендә барлыҡҡа килә; һирәгерәк осраҡтарҙа, агломерация ике-өс үҙәк тирәһендә туплана; бындай агломерация шулай уҡ конурбация тип атала. Агломерацияға ингән ҡалалар бер береһе менән сәнәғәт, хеҙмәт, транспорт, мәҙәни-көнкүреш бәйләнештәрҙә тора. Типик осраҡта, агломерацияның ҡалаларында торған халыҡ ҙурыраҡ үҙәк ҡалаға көн һайын йөрөп эшләй; үҙәк ҡаланың янында бөтә агломерацияны хеҙмәтләндергән инфраструктура (мәҫәлән аэропорт) була.
Йәнәш урынлашҡан бер нисә агломерация үҫә барһа, улар берҙәм бер мегалополис барлыҡҡа килтерә.