Ҡымыҙ
бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән күпереп торған аҡ төҫтәге эсемлек / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡымыҙ — бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән күпереп торған аҡ төҫтәге эсемлек. Ҡымыҙҙы иң беренсе күсмә халыҡтар эшләргә өйрәнгәндәр һәм уңы эшләү ысулын быуаттар буйына сер итеп һаҡлағандар.
Рәсәйҙә ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы тәүге тапҡыр Постников Нестор Васильевич тарафынан 1858 йылда Һамар губернаһында асыла. Башҡортостанда (Өфө губернаһы) беренсе ҡымыҙ дауаханаһы 1890 йылда С. Аксаковтың ейәнсәре О. Аксакова тарафынан төҙөлә. 1892 йылда Шафран тимер юл станцияһы тирәләй санаторийҙар селтәре барлыҡҡа килә. 1898 йылда Андреевский санаторийы асыла. Бөгөн Башҡортостан ҡымыҙ менән дауалау үҙәге булып тора. «Шафран», «Йоматау», «Алкино», «Глуховская», «Чехов», «Аксаков» исемендәге шифаханалар һәм башҡа ойошмалар бар. Шәхси эшҡыуарҙарҙа ҡымыҙ етештереү эшенә ҡушала.