«Советтарға ҡаршы элементтарҙы» репрессиялау
From Wikipedia, the free encyclopedia
СССР НКВД-һының «Советтарға ҡаршы элементтарҙы» репрессиялау буйынса операцияһы 1937 йылдың авгусынан алып 1938 йылдың ноябренә тиклем үткәрелә.
«Советтарға ҡаршы элементтарҙы» репрессиялау |
1937 йылдың 31 июлендә СССР эске эштәр халыҡ комиссары Н. И. Ежов 1937 йылдың 30 июлендәге 00447- һанлы «Элекке кулактарҙы, енәйәтселәрҙе һәм башҡа советтарға ҡаршы элементтарҙы репрессиялау буйынса операция тураһында» тигән оператив бойороҡҡа ҡул ҡуя, әлеге бойороҡта «советтарға ҡаршы элементтарҙы» тар-мар итеү һәм бындай төр эштәрҙе ҡарау буйынса «оператив тройкалар» составы билдәләнә.
Бойороҡҡа ярашлы: «1937 йылдың 5 авгусынан алып бөтә республикаларҙа, крайҙарҙа һәм өлкәләрҙә элекке кулактарҙы, советтарға ҡаршы әүҙем элементтарҙы һәм енәйәтселәҙе репрессиялау буйынса операцияны башларға, Үзбәк, Төркмән, Ҡаҙаҡ, Ҡырғыҙ һәм Тажик ССР-ҙарында операцияны ағымдағы йылдың 10 авусынан башларға, ә Алыҫ Көнсығыш һәм Красноярск крайҙарында һәм Көнсығыш-Себер өлкәһендә — ағымдағы йылдың 15 авгусынан» тип яҙыла.
Операция уҙғарыуҙың дөйөм етәкселеге СССР эске эштәр наркомы урынбаҫары — СССР НКВД дәүләт именлеге баш идаралығы начальнигы комкор М. П. Фриновскийға йөкмәтелә..
Белорус ССР-ы эске эштәр халыҡ комиссары Б. Д. Берман 1938 йылдың 24 ғинуарында Мәскәүҙә СССР НКВД етәкселек составы кәңәшмәһендә ошолай тип билдәләй: «Минеңсә, әгәр тройкаларҙы һаҡлап ҡалғанда ла, уларҙы бик ҡыҫҡа осорға һаҡлап ҡалыр кәрәк, иң күбе бер айға… Беренсенән, 1937 йылдағы операцияның ҡыҙған мәлә менән сағыштырғанда, үҙенә күрә операциялар фронты күпкә тарыраҡ булып ҡалды. Икенсенән, аппаратыбыҙҙың күпселек өлөшөн кисекмәҫтән агентура эшенә йүнәлтер кәрәк. Тройкалар менән эшләү — еңел, ҡатмарлы булмаған эш, ул кешеләрҙе дошмандар менән тиҙ һәм ҡәтғи рәүештә эш итергә күнектерә, әммә артабан тройкалар менән йәшәү — хәүефле. Ни өсөн? Сөнки бындай шарттарҙа… кешеләр бәләкәй генә дәлилдәргә ышаналар һәм төп эштән — агентура эшенән — ситләшәләр».
СССР Халыҡ комиссарҙары Советының һәм ВКП(б) Үҙәк Комитетының 1938 йылдың 17 ноябрендәге 4387-се «Ҡулға алыуҙар, прокурор күҙәтеүе һәм тикшереү алып барыу тураһында» тигән ҡарарына ярашлы СССР НКВД-ның махсус бойороҡтары тәртибендә булдырылған суд тройкалары, ә шулай уҡ өлкә, край һәм республика милиция идаралыҡтары ҡарамағындағы тройкалар юҡҡа сығарыла. Эштәр судтар йәки СССР НКВД ҡарамағындағы Махсус Кәңәшмә ҡарамағына тапшырыла.