Аалто университеты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аалто университеты (фин. Aalto-yliopisto, швед. Aalto-universitetet) — Хельсинки ҡалаһының өс юғары уҡыу йортон: Хельсинки Политехник институтын (1849 йылда нигеҙләнгән), Юғары иҡтисад мәктәбен (1904 йылда нигеҙләнгән), шулай уҡ Сәнғәт, дизайн һәм архитектура институтын (1871 йылда ойошторолған) берләштереү юлы менән барлыҡҡа килгән фин университеты. Фән, бизнес һәм сәнғәт араһында тығыҙ бәйләнеш дисциплина-ара өлкәләрҙә инновацион тикшеренеүҙәргә йүнәлтелгән.
2015 йылда абруйлы QS Quacquarelli Symonds компанияһының рейтингында университет донъяла иң яҡшы университеттар араһында 139-сы урынды һәм архитектура һәм сәнғәт өлкәһендә 17-се урынды биләй[14]. Шулай уҡ Microsoft Research версияһы буйынса университет донъяла машина — компьютер фәндәренең киң бүлегенә уҡытыу буйынса 21-се урынды биләй[15] Шулай уҡ университеттың Эшлекле администраторлыҡ итеү магистры программаһы «өс төрлө аккредитацияға» эйә, бының менән бөтә донъяла тик 74 бизнес-мәктәп кенә маҡтана ала[16].
Аалто университетын тамамлағандар һәм профессорҙары араһында Нобель премияһы лауреаты Арттури Виртанен, Фрэнк Розенблатт наградаһы лауреаты Теуво Кохонен, физик Гуннар Нордстрём, шулай уҡ исеме менән университет аталған бөтә донъяға билдәле архитектор Алвар Аалто бар.