Адриано Челентано
Италия музыканты, киноактёр, эстрада йырсыһы, кинорежиссёр, композитор, йәмәғәт эшмәкәре һәм телетапшырыуҙар алып барыусыһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Адриа́но Челента́но (итал. Adriano Celentano (мәғл.); 6 ғинуар 1938 йыл) — Италия музыканты, киноактёр, эстрада йырсыһы, кинорежиссёр, композитор, йәмәғәт эшмәкәре һәм телетапшырыуҙар алып барыусыһы. Үҙенсәлекле сәхнә хәрәкәте манераһы өсөн «Molleggiato» (ит. «Пружинала») ҡушаматы алған [7]. Челентано итальян музыкаһы тарихында иң уңышлы һәм күренекле йырсыларҙың береһе булып тора — ул үҙенең карьераһы дауамында 600-гә яҡын йыр башҡарҙы[8][9] шулай уҡ дөйөм тиражы 150 миллион экземпляр тәшкил иткән ҡырҡ бер студия альбомы сығарған[10][11] кинофильмдарҙа төшкән.
«Уйҙырма» (1976), «Үҙ һүҙлене эйәләштереү» (1980), «Аҡылдан шашып ғашиҡ» (1981) һәм «Бинго-Бонго» (1982) кинокомедиялары арҡаһында рәсәй тамашасыларында ҙур популярлыҡ менән файҙалана[12][13].
«Блеф» (1976) һәм «Бәрхәт ҡулдар» (1980) картиналарында иң яҡшы ир-ат роле өсөн «Иң яҡшы актёрға Давид ди Донателло» премияһы (призы) эйәһе[14][15]. 1989 йылда Милан ҡалаһының юғары премияһы — Ambrogino d’oro менән бүләкләнгән[16]. 2007]] йылда Time Out журналы фаразы буйынса «Иң сағыу 100 кино йондоҙо» исемлеген етәкләне [17].
Адриано Челентано исеме менән 1987 йылдың 24 апрелендә асылған № 6697 Celentano}} астероиды аталған[18][19].
Хәҙерге ваҡытта йырсы ҡатыны Клаудия Мори менән үҙҙәренең Гальбьяте виллаһында[20], Лекко провинцияһында, Монте Барро тауы итәгендә йәшәй, шулай уҡ әүҙем йәшәү рәүеше алып бара — 2016 11 ноябрендә танылған итальян йырсыһы Мина менән бергә яҙҙырған Le migliori яңы дискыһы донъя күрә[21].