Азия хоккей лигаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Азия хоккей лигаһы (АХЛ) — Рәсәй, Көньяҡ Корея, Ҡытай һәм Япониянан туғыҙ команда ҡатнашҡан хоккей чемпионатын ойошторған берләшмә. Лиганың штаб-квартираһы Японияла урынлашҡан. Һәр йыл плей-офф бөткәс, еңеүсе махсус трофей менән бүләкләнә[1].
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләнгән:, Илдәр: ...
Ябырға
Лига 2003 йылда Японияла хоккейға ҡарата ҡыҙыҡһыныу юғала барыуы[2] һәм Кореяла хоккей лига төҙөү сәбәпле ойошторола[3]. Уның маҡсаты — хоккейҙы һәм уйынсыларҙың сифаттарын үҫтереү[4]. Лига иң тәүҙә ике илдәге биш команданан тора. Ул дүрт илгә (2004-05 миҙгел) һәм туғыҙ командаға тиклем ҙурая (2005-06) һәм 2013-14 йылдар миҙгелендә өс илдән һигеҙ команданан тора.