Алвес Дани
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дани Алвес (порт.-браз. Dani Alves; тулы исеме Даниэл Алвес да Силва (порт.-браз. Da Daniel Silva Alves); 6 май, 1983 йыл, Жуазейру, Баия, Бразилия) — Бразилия футболсыһы, «Сан-Паулу» һаҡсыһы. Күп тренерҙар, футболсылар һәм футбол функционерҙары уны донъяның иң яҡшы һаҡсыларының береһе тип иҫәпләй[6][7][8][9]. Карьераһында 40 титул яулап, тарихта иң титуллы футболсы булып тора[10].
Дани Алвес | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Даниэл Алвес да Силва | |
Тыуа | 6 май 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1][2][3][…] (41 йәш) Жуазейру[d], Баия[d], Бразилия[4][5] | |
Гражданлығы | Бразилия | |
Буйы | 172 см | |
Ауырлығы | 70 кг | |
Позиция | уң һаҡсы | |
Клубы | ||
Клубы | Сан-Паулу | |
Номер | 10 | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1996—1998 | Жуазейру | |
1998—2001 | Баия | |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Конфедерациялар кубогы | ||
Алтын | ЮАР 2009 | |
Алтын | Бразилия 2013 | |
Америка кубогы | ||
Алтын | Венесуэла 2007 | |
Алтын | Бразилия 2019 | |
Бразилияның «Баия» клубы тәрбиәләнеүсеһенең 2001 йылда дебюты була. Бер йылдан ул Испанияның «Севилья»һына күсә, унда алты миҙгелдә ике УЕФА кубогын (2005/06, 2006/07), Испания Кубогын (2006/07) һәм Испания Суперкубогын (2007), шулай уҡ УЕФА Суперкубогын (2006) ала. 2008 йылдың йәйендә биш йылға контракт төҙөп, «Барселона»ға күсә. Уның трансферы 35,5 миллион миллион евроға тора, ә Дани үҙе клуб тарихында иң ҡиммәтле һаҡсы була. Беренсе миҙгелдә үк яңы команда менән Испания чемпионатын, Испания Кубогын һәм УЕФА-ның Чемпиондар лигаһында еңеп «алтын хет-трик» эшләй. Һуңыраҡ был трофейҙарға Испания Суперкубогы УЕФА Суперкубогы һәм клубтар араһында донъя чемпионатында еңеүҙәр өҫтәлә. Һигеҙ миҙгел эсендә «Барселона» составында һаҡсы барлығы 23 трофей яулай. 2016 йылдың йәйендә Туриндың "Ювентус"ына күсә, уның составында Италия чемпионатын һәм еңеүсе Ил Кубогын ала. 2019 йылдың 1 авгусында өс йыл ярымға Бразилияның «Сан-Паулу»һы менән килешеү төҙөй.