Александров Анатолий Петрович
совет ғалимы, физик / From Wikipedia, the free encyclopedia
Анатолий Петрович Александров (31 ғинуар (13 февраль) 1903 йыл, Киев губернаһы Тараща ҡалаһы — 3 февраль 1994 йыл, Мәскәү) — ғалим-физик, СССР Фәндәр академияһы академигы (1953; мөхбир ағза, 1943), физика-математика фәндәре докторы (1941), педагог, профессор. Өс тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1954, 1960, 1973). СССР Фәндәр академияһы президенты, 1975—1986 йылдар. КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1966—1989).
Ленин премияһы (1959), СССР Дәүләт премияһы (1984) дүрт Сталин премияһы (1942, 1949, 1951, 1953) лауреаты. 1961 йылдан КПСС ағзаһы.
СССР-ҙың 5—6-сы саҡырылыш Юғары Советының Союз Советы депутаты (1958—1966) һәм 10—11-се саҡырылыш Юғары Советтың Мәскәү ҡалаһынан депутаты (1979—1989[4].
Совет ядро энергетикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Төп хеҙмәттәре — ядро физикаһы, ҡаты есем физикаһы, полимерҙар физикаһы өлкәһендә[5][6].
А. П. Александров Әрмәнстан Милли фәндәр академияһының (1984)[7], Әзербайжан Милли фәндәр академияһының почётлы ағзаһы, Болгария фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (1976) итеп һайлана.