From Wikipedia, the free encyclopedia
Алекса́ндров Генна́дий Петро́вич (22 ноябрь 1922 йыл — 25 ғинуар 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған осоусы-штурмовик, штурмлаусы авиация дивизияһының эскадрилья командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944).
Александров Геннадий Петрович | |||||||
Тыуған ваҡыты | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||||||
Үлгән ваҡыты | |||||||
Вафат урыны |
Катовице ҡалаһы биҫтәһе, Генерал-губернаторлыҡ (Өсөнсө рейх)[1] | ||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||
Ғәскәр төрө |
Хәрби-һауа көстәре | ||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | |||||||
Хәрби звание |
өлкән лейтенант | ||||||
Командалыҡ итеү |
эскадрилья менән | ||||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
22 ноябрь 1922 йыл Мәскәүҙә эшселәр ғаиләһендә тыуған. Милләте рус. 1943 йылдан ВКП (б) КПСС ағзаһы. Тулы булмаған урта белем алған. Аэроклуб тамамлаған.
Ҡыҙыл Армияла 1940 йылдан. 1941 йыл осоусыларҙың Ворошиловград хәрби авияция мәктәбен тамамлай.
1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылдың сентябренә Александар 88 хәрби осош яһаған, дошмандарҙың тере көсөн һәм техникаһын юҡ иткән (һуғыш барышы буйына 100-ҙән артыҡ хәрби осош яһай).
«Советтар Союзы Геройы» исеме СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 4 февраль 1944 йыл бирелә.[2]
25 ғинуар 1945 йыл хәҙерге Польша биләмәһендәге Катовица ҡалаһы эргәһендә хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Ченстохов ҡалаһында ерләнгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.