Александр паркы (Шахты)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Александр паркы (1895 йылдан — ҡала паркы, 2012 йылдан — Александр паркы) — Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында урынлашҡан. Парктың биләмәһе Баҡса, Шевченко урамдары, Василий Алексеев исемендәге проспект һәм Горняк биҫтәһе менән сикләнеп тора. Майҙаны — 18 гектар тирәһе. Биләмәлә әрмән архитектура ҡомартҡыһы, әрмәндәрҙең изге стеллаһы — хачкар, Чернобыль аварияһында ҡатнашыусыларға һәйкәл, Хәрби дан мемориаль комплексы, Беренсе Бөтә Донъя һуғышы батырҙарына — урыҫ һуғышсыларына һәйкәл, Христос хөрмәтенә часовня, балалар өсөн аттракциондар урынлашҡан.
Ҡыҫҡа факттар Александр паркы, Төп мәғлүмәт ...
Александр паркы | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Төрө | парк |
Майҙаны | 18 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1895 |
Урынлашыуы | |
47°42′22″ с. ш. 40°12′19″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Ростов өлкәһе |
Ябырға