Альберт Эйнштейн
физик-теоретик, заманса теоретик физикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Физика буйынса Нобель премияһы лауреаты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Альбе́рт Эйнште́йн (нем. Albert Einstein, МФА [ˈalbɐt ˈaɪ̯nʃtaɪ̯n] (i)[1]; 14 март 1879 йыл, Ульм, Вюртемберг, Германия — 18 апрель 1955 йыл, Принстон, Нью-Джерси, АҠШ) — физик-теоретик, заманса теоретик физикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (1921 йыл), йәмәғәт эшмәкәре-гуманист. Германияла (1879—1893, 1914—1933), Швейцарияла (1893—1914) һәм АҠШ-та (1933—1955) йәшәгән. Донъяның 20-ләп университетының Почётлы докторы, бик күп Фәндәр академиялар ағзаһы, шул иҫәптән СССР ФА-ның сит ил Почётлы ағзаһы (1926).
Альберт Эйнштейн | |
Albert Einstein | |
Тыуған көнө |
14 март 1879({{padleft:1879|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны |
Ульм, Вюртемберг Короллеге, Германия империяһы |
Вафат көнө |
18 апрель 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (76 йәш) |
Вафат урыны |
Принстон, Нью-Джерси, АҠШ |
Ил |
Германия Германия |
Ғилми даирәһе |
Теоретик физика |
Эшләгән урыны |
Патент бюроһы, Берн/ |
Альма-матер | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
Сағыштырмалыҡ теорияһына нигеҙ һалыусы |
Награда һәм премиялары |
Физика буйынса Нобель премияһы (1921) |
Автограф | |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Эйнштейн — физика буйынса 300-ләп фәнни хеҙмәт авторы, фән тарихы һәм фән философияһы буйынса 150 китап һәм мәҡәлә яҙған. Ул шулай уҡ физика теорияһы буйынса бер нисә абруйлы хеҙмәт авторы:
- Махсус сағыштырмалыҡ теорияһы (1905).
- Уның эсендә — массаның һәм энергияһының үҙ-ара бәйләнеше теорияһы]].
- Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы (1907—1916).
- Фотоэффект-тың квант теорияһы.
- йылылыҡ һыйышы квант теорияһы.
- Бозе — Эйнштейн квант статистикаһы.
- Броун хәрәкәте статистик теорияһы.
- Индуцирланған нурланыш теорияһы.
- Яҡтылыҡтың таралышы теорияһы[2]
Ул шулай уҡ «квант телепортацияһын» фаразлаған, Эйнштейн — де Һааза гиромагнит эффектын үлсәгән һәм фаразын әйтеп ҡалдырған. 1933 йылда космология һәм берҙәм майҙан теорияһы проблемалары өҫтөндә эшләгән. Һуғыштарға, ядро ҡоралына ҡаршы әүҙем эшмәкәрлек алып барған, гуманизм, халыҡтар дуҫлығы яғында булған.
Эйнштейн яңы физик концепциялар һәм теорияларҙы фәнни әйләнешкә индереп ебәргән. Тәү сиратта арауыҡ һәм ваҡыттың физик асылына һәм Ньютондыҡы урынына гравитацияның яңы теорияһына ҡағыла. Эйнштейн Планк менән берлектә квант теорияһын асҡан. Эксперименттар менән күп тапҡырҙар раҫланған был концепциялар бөгөнгө физиканың нигеҙен тәшкил итә.