Аманат (журнал)
журнал / From Wikipedia, the free encyclopedia
Аманат — нәфис-публицистик журнал. Мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Башҡортостан Республикаһында башҡорт телендә ай һайын нәшер ителә.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Аманат | |
Нигеҙләү датаһы | март 1929 |
---|---|
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
Мөхәррир | Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Рәсми сайт | amanatrb.ru |
Ябырға
Баҫманың исемендәге «аманат» һүҙе — «васыят» тигән мәғәнәлә. Баҫма Башҡортостан халҡы, балалар тормошо, фән һәм техника, әҙәбиәт һәм сәнғәт, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында яҙа, балалар ижады менән таныштыра. Журналда мәктәп тормошо, тәбиғәтте һаҡлау, буш ваҡытты ойоштороуға арналған бүлектәр бар.