Аниме
Японияның йәнһүрәт мәҙәниәте / From Wikipedia, the free encyclopedia
Аниме (['anʲɪmə, ənʲɪ'mɛ], япон. アニメ (мәғл.) [anʲime], ингл. animation — анимация[1]) — япон анимацияһы[2]. Балалар өсөн яһалған башҡа илдәр йәнһүрәттәренә ҡарағанда, аниме күп осраҡта үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн ҡаралған, шуға күрә донъяла киң билдәле[3]. Персонаждарҙы һәм тирә-йүнде үҙенсәлекле итеп төшөрөү менән айырыла[1]. Телесериалдар, киң тамашасы өсөн фильмдар рәүешендә сығарыла[4]. Сюжеттары күп төрлө персонаждарҙы ҡылыҡһырлап, урындары, дәүерҙәре, жанр һәм стилдәре менән айырыла[1].
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Аниме-сериалдар өсөн сығанаҡ итеп манга (япон комикстары)[5], ранобе (лайт-новел), йәки компьютер уйындары (йыш ҡына «визуал новел» жанрында) алына[6]. Экранлаштырғанда төп нөсхәнең график стиле һәм башҡа үҙенсәлектәре һаҡлана. Һирәгерәк башҡа сығанаҡтар, мәҫәлән, классик әҙәбиәт әҫәрҙәре алына. Шулай уҡ тулыһынса үҙенсәлекле сюжетлы аниме ла була (был осраҡта үҙе аниме китап һәм манга сығанағы була ала). «Аниме» термины мәғәнәһе контекстҡа ҡарап үҙгәрә[7]. Көнбайыш илдәрҙә аниме мәҙәниәтсе, социолог, антрополог ғалимдары — Эри Изава, Скотт Маклауд, Сьюзан Напьер, Шерон Кинселла һ.б. — тарафынан өйрәнелә[8].