Анто́нио Лючио Вива́льди (Лучио[14], Лючио[15]) (итал. Antonio Lucio Vivaldi; 4 март 1678 йыл — 28 июль 1741 йыл) — итальян композиторы, скрипкасы, педагог, дирижёр; католик руханийы. Вивальди XVIII быуаттағы Италия скрипка сәнғәтенең иң танылған вәкилдәренең береһе[16]. 90 опера авторы. Вивальди башлыса музыкаль ҡоралдар, бигерәк тә скрипка өсөн яҙылған әҫәрҙәре менән билдәле. Иң билдәлеһе — «Йыл миҙгелдәре»[16].
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Антонио Вивальди |
итал. Antonio Vivaldi |
Зат |
ир-ат[1][2][3] |
|
|
Гражданлыҡ |
Венеция республикаһы[d] |
Тыуған ваҡыттағы исеме |
итал. Antonio Lucio Vivaldi |
Ҡушамат |
il Prete Rosso[4] |
Тыуған көнө |
4 март 1678({{padleft:1678|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2][3][5][…] |
Тыуған урыны |
Венеция, Венеция республикаһы[d][4][6][7] |
Вафат булған көнө |
28 июль 1741({{padleft:1741|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[2][3][5][…] (63 йәш) |
Вафат булған урыны |
Вена, Австрия Эрцгерцоглығы, Изге Рим империяһы[2][6][7] |
Ерләнгән урыны |
Вена |
|
Атаһы |
Giovanni Battista Vivaldi[d][4] |
Әсәһе |
Camilla Calicchio[d] |
Һөнәр төрө |
композитор |
Эш урыны |
Оспедале делла Пьета[d][8] Филипп Гессен-Дармштадтский[d][8] Театр Сан-Анджело[d][8] |
Биләгән вазифаһы |
капельмейстер[d], музыка уҡытыусыһы[d][8] һәм католический священник[d][4] |
Уҡыусылар |
Пизендель, Иоганн Георг[d], František Jiránek[d], Сомис, Джованни Баттиста[d] һәм Anna Girò[d][8] |
Кемдә уҡыған |
Giovanni Battista Vivaldi[d][9] һәм Джованни Легренци[d][9] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы |
1741 |
Сәс төҫө |
ерән сәс[d] |
Музыка ҡоралы |
скрипка[4], клавесин[d] һәм виоль д’амур[d][8] |
Әҫәрҙәр исемлеге |
list of operas by Vivaldi[d] һәм list of compositions by Antonio Vivaldi[d] |
Дискография |
Antonio Vivaldi discography[d] |
Архивы хранятся в |
Archivi dell'Istituto Italiano Antonio Vivaldi[d][10] |
Сәнғәт йүнәлеше |
барокко дәүере музыкаһы[d] |
Жанр |
Опера, камера музыкаһы[d], сиркәү музыкаһы[d], Концерт, Синфония[d] һәм сардана[d][11] |
Йоғонто яһаусы |
Арканджело Корелли[d][8] һәм Джузеппе Торелли[d][8] |
Досье в |
Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][12] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр |
60 800 ± 99[13] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы |
Antonio Vivaldi |
Антонио Вивальди Викимилектә |
Ябырға
Тере сағында уҡ бөтә Европала скрипкасы булараҡ киң танылыу ала. Вивальди композитор булараҡ танылған булһа ла, вафатынан һуң уның исеме онотола башлай. Вивальди элек-электән башлыса инструменталь концерттары, бигерәк тә скрипка, менән билдәле була. Уның иң билдәле әҫәрҙәре — «Дүрт миҙгел» исеме аҫтында дүрт скрипка концерты улар «Гармонияның уйлап табыу менән бәхәсе» циклына инә. Һуңғы ваҡытта Вивальди әҫәрҙәренең әүҙемләшеүе менән бәйле һығымталар уның бөйөк композитор талантының масштабын асыҡлауға ярҙам итә.
Уның күп кенә әҫәрҙәре Венециялағы Оспедале-делла-Пьета сиркәүенең ҡатын-ҡыҙҙар музыкаль ансамбле өсөн яҙылған, унда ул рухани булараҡ 1703 йылдан 1715 йылға тиклем һәм 1723 йылдан 1740 йылға тиклем хеҙмәт иткән. Вивальди операларының Венеция, Мантуа һәм Веналағы мөғжизәле постановкалары уңыш яулай. Император Карл VI менән танышҡандан һуң, Вивальди, карьераһы буйынса үрләү өмөтө менән, Венаға күсә. Әммә Вивальди килгәндән һуң күп тә үтмәй император вафат була, ә композитор үҙе, бер йылдан да аҙыраҡ ваҡыт үткәс, фәҡирлектә вафат була.