Арнем-Ленд
From Wikipedia, the free encyclopedia
Арнем-Ленд[1][2][3], Арнемленд[4][5][6][7][8], Арнхемленд[3] (ингл. Arnhem Land) — ярымутрау, Австралияның төньяғында урынлашҡан, айырым төбәк булып айырылып тора. Ярымутрауҙа Какаду милли паркы бар, был Бөтә донъя мираҫының объекты.
Арнем-Ленд | |
Кем хөрмәтенә аталған | Арнем[d] |
---|---|
Дәүләт | Австралия |
Административ-территориаль берәмек | Северная территория[d] |
Арнем-Ленд Викимилектә |
Төрлө йолаларҙа Арнем-Лендтың сиктәре төрлөсә аңлатыла.
Инглиз телле традицияларҙа Арнем-Ленд тип ғәҙәттә Төньяҡ территорияның төньяҡ-көнсығыш өлөшө, йә уға индерелгән Какаду милли паркы менән бергә иҫәпләнә (яҡынса көнбайыш сиге Мэри йылғаһы буйлап сикләшә), йә булмаһа, унан башҡа (шул саҡта Арнем-Лендтың көнбайыш сиге парктың көнсығыш сиге буйлап үтә . Көнсығышта Арнем-Ленд ике осраҡта ла Карпентарий ҡултығы Карпентарий, ә көньяҡ сиге булып Ропер йылғаһы тора. Ул административ рәүештә (киңәйтелгән вариант буйынса) Уэст-Арнем һәм Ист-Арнем графлыҡтары һәм төньяҡ өлөшөндә Ропер графлыҡтарына бүленгән. Майҙаны яҡынса 97 мең квадрат километр, халҡы 16 230 кеше (2007 йыл).
Совет-рәсәй традициялары буйынса иҫәпләгәндә Арнем-Ленд тип ғәҙәттә, Төньяҡ территорияның бөтә төньяҡ өлөшө тиерлек, көнбайыштағы Дейли йылғаһынан алып көнсығышта Карпентарий ҡултығына тиклемге территория иҫәпләнә. Бындай ҡараштан ҡарағанда, Дарвин — Төньяҡ территорияһының баш ҡалаһы тип иҫәпләнә — ул Арнем-Лендтың төньяҡ-көнбайышында тора,Тимор диңгеҙе, Арафур диңгеҙе һәм уның Карпентарий ҡултығы менән йыуыла.