Арҡа мейеһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Арҡа мейеһе (лат. medulla spinalis) — умыртҡалыларҙың умыртҡа каналында[1] урынлашҡан үҙәк нервы системаһы органы. Арҡа һәм баш мейеһе араһындағы сик пирамида сүстәренең киҫешкән урынында (был сик бик шартлы булһа ла) йәки баш һөйәгенең артҡы тишеге кимәлендә үтә тип иҫәпләнә. Арҡа мейеһе эсендә арҡа мейеһе шыйыҡсаһы менән тултырылған үҙәк канал (лат. canalis centralis) тип аталған тип аталған ҡыуышлыҡ бар. Арҡа мейеһе үрмәксе ауына оҡшаған йомшаҡ һәм ҡаты мейе ҡатламы менән һаҡланған. Ҡабыҡтар һәм арҡа мейеһе каналы араһындағы арауыҡтар умыртҡа мейеһе шыйыҡсаһы менән тултырылған. Ҡаты мейе ҡатламы висцераль һәм париеталь бүлектән тора. Висцераль һәм париеталь ҡаты мейе ҡатламы араһындағы арауыҡ эпидураль арауыҡ тип атала һәм май туҡымаһы менән һәм веноз селтәре менән тултырылған.
Арҡа мейеһе | |
Развитие анатомической структуры | развитие спинного мозга[d] |
---|---|
Нимә менән тоташа | баш мейеһе |
Код NCI Thesaurus | C12464 |
Арҡа мейеһе Викимилектә |