From Wikipedia, the free encyclopedia
Астраханцев Александр Александрович (10 август 1922 йыл — 8 май 1986 йыл) — рәссам-график. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1969).
Александр Александрович Астраханцев | |||||
Файл:AAstrahantsev.jpg | |||||
Тыуған: | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Дорогобуж[d], Дорогобужский уезд[d], Смоленск губернаһы[d], РСФСР | ||||
Үлгән: | |||||
Үлгән урыны: | |||||
Ил: | |||||
Уҡыған урыны: |
Мәскәү полиграфия институты | ||||
Стиль: |
графика | ||||
Наградалары: |
|
Александр Александрович Астраханцев[1] 1922 йылда Смоленск өлкәһенең Дорогобуж ҡалаһында бай булмаған ғаиләлә тыуған. Александр урта мәктәпте тамамлағандан һуң эшләй башлай. Һуғыш башланыу менән, үҙе теләп фронтҡа китә.
1952 йылда Мәскәү ҡалаһында полиграфия институтын китаптар биҙәү һөнәре буйынса тамамлай (профессор А. Д. Гончаров һәм П. Н. Захаров класы). Институтты тамамлағандан һуң тәғәйенләнеш буйынса Өфөгә эшкә китә.
Рәссам-график, иллюстратор, китап биҙәүсе. Ул иллюстрациялаған «һинд әкиәттәре» (1958 й., башҡорт телендә) китабы СССР-ҙа художестволы биҙәү буйынса иң яҡшы тип танылды.
Башҡортостан китап нәшриәтенең художество мөхәррире. Бынан тыш плакатист булып эшләй.
СССР Рәссамдар союзы ағзаһы (1962).
БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1969).
Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1986 йылдың 8 майында вафат була.
Астраханцев 600-гә яҡын китап биҙәй.
Ул биҙәгән китаптар: «Башҡорт поэзияһы антологияһы», 1954; «Славься, Отчизна», 1954; «Беҙҙең республиканың ҡалалары. Салауат»[2], 1965.
«һинд халыҡ әкиәттәре» китабына иллюстрациялар, 1959. «Поляк шағирҙары» шиғырҙар йыйынтығына иллюстрациялар, 1953. «Бирма халыҡ әкиәттәре» китабына иллюстрациялар, 1963. «Мордва халыҡ әкиәттәре» китабына иллюстрациялар, 1964. Балаларҙың «Сәскәләр» төҫлө китабын биҙәй һәм иллюстрациялай, 1965. «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» китабына иллюстрациялар, 1967. «Бурандан һуң» китабына иллюстрациялар, 1969. Ғ. Сәләмдең «Ни өсөн бесәй бәләгә тарыны» китабын биҙәй һәм иллюстрациялай, 1969. Ахтәмдең «Бейеклек» китабын биҙәй һәм иллюстрациялай, 1970. А. Кузнецовтың «Отчего хлеб сладок» китабына иллюстрациялар, 1974. «Йыл биҙәктәре» балалар китабын биҙәй һәм иллюстрациялай, 1975. М. Дилмөхәмәтовтың «Белергә теләйем» китабын биҙәй һәм иллюстрациялай., 1976. Бөтә китаптар ҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫтырылған, Өфө.
Н. Крашенинниковтың «Амеля» китабына иллюстрациялар. 1978. Владимир Кашицтың «Буревестник Урала» китабына иллюстрациялар, 1978. Плакаттар: «Барығыҙ ҙа һайлауға!», ҡағыҙ. гуашь. «Фашистик германияны Еңеүгә 30 йыл», ҡағыҙ. гуашь, 1975. «КПСС-тың XXV съезы ҡарарҙарын —тормошҡа», ҡағыҙ. гуашь, 1976.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.