Атаман урамы (Новочеркасск)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Атама́н урамы — Аҡсай урамынан Дубовский урамына тиклем һуҙылған Новочеркасск ҡалаһы үҙәгендәге урам. Кавказская, Александровская, Генерал А. И. Лебедь, Комитет, Красноармейсая урамдарын һәм Платов проспектын киҫеп үтә. Урамдың оҙонлоғо — 1430 м тәшкил итә. Йәмәғәт транспорты хәрәкәте юҡ[1][2]. Генерал А. И. Лебедь һәм Дубовский урамдары араһындағы участкала машина менән йөрөй торған юл уртаһында 10 м киҫлектә бульвар һуҙылған. Урамда йәшеллек күп: дүрт рәт ҙур булып үҫкән ағастар (икәү аллеяла, икәү тротуар буйлап). Башлыса боронғо бер, бер ярым, ике ҡатлы йорттарҙан тора.
Ҡыҫҡа факттар Дөйөм мәғлүмәтНовочеркасскРостов өлкәһеРәсәй, Ил ...
Атаман урамы Новочеркасск | |
XX быуат башында Атаман урамы | |
Дөйөм мәғлүмәтНовочеркасскРостов өлкәһеРәсәй | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Район |
Центральный |
Исторический район |
Первомайский |
Элекке исемдәре |
Совет урамы |
Оҙонлоғо |
1,43 км |
Киңлеге |
7—23 м |
картала | |
OpenStreetMap-та | |
Яндекс. Картала | |
Карта Google-да |
Ябырға