![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/a/af/Endothelial_dysfunction_Atherosclerosis.png/640px-Endothelial_dysfunction_Atherosclerosis.png&w=640&q=50)
Атеросклероз
липид һәм аҡһым алмашыныуы боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килгән эластик һәм мускул-эластик артерияларҙың хроник ауырыуы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Атеросклероз (греч. athḗra, кашица + sklḗrōsis, татырлыҡ[12]) — липид һәм аҡһым алмашыныуы боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килгән эластик һәм мускул-эластик артерияларҙың хроник ауырыуы, шул уҡ ваҡытта ҡан тамырҙары эсендә холестерин һәм ҡайһы бер липопротеид фракцияларҙың ултырмалары тупланыуы күҙәтелә. Ултырмалар атероматоз төйөрсәләр рәүешендә формалаша. Уларҙа артабан тоташтырғыс туҡыма (склероз) үҫеше һәм ҡан тамыры стенкаһының кальцинозы уның эске киңлегенең деформацияһына һәм обтурацияға (ҡан тамырының тығылыуы) килтереүе мөмкин. Атеросклерозды, артерияларҙың урта тиресәһенә кальций тупланыуҙан, зарарланыуҙың диффузлығынан (төйөрсәләр булмауы), ҡан тамырҙарының аневризмаһы менән характерлы склеротик зарарланыуҙың башҡа төрө, Менкеберг атериосклерозынан, айырыу мөһим. Йөрәк тамырҙары атеросклерозы йөрәктең ишемия ауырыуы үҫешенә алып килә.
Атеросклероз | |
![]() | |
Непосредственной причиной является | atherogenesis[d] |
---|---|
Медицина тармағы | кардиология[d] |
Симптомы | atheroma[d] |
Лекарство, используемое для лечения | fluvastatin[d][1], Клопидогрел[d][2] һәм розувастатин[d][3] |
Генетическая связь | GRM8[d][4], RYR3[d][5], MAST4[d][6], ABI2[d][7] һәм DNAH5[d][8] |
Фактор риска | курение[d][9][10] һәм переедание[d] |
ICD-9-CM | 440[11] |
Код NCI Thesaurus | C35768[11] һәм C35771[11] |
![]() |