Ашшурбанипал китапханаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ашшурбанипал китапханаһы — боронғо донъяның һаҡланып ҡалған иң ҙур китапханаһы һәм бөтә билдәле китапханаларҙан иң боронғоһо[1]. Ассирияның баш ҡалаһы Ниневияла батша Ашшурбанипал (Ашшурбанапал) (б. э. т. VII б.) бойороғо буйынса 25 йыл дауамында төҙөлә. Шулай уҡ дәүләт архивы хеҙмәтен үтәй. Батша үлгәндән һуң фондтар төрлө һарайҙарға таратыла. Археологтар тапҡан китапхананың бер өлөшө 25 000-30 000 шына яҙыулы текстар менән балсыҡ табличкаларҙан тора. XIX быуат уртаһында китапхананы асыу Месопотамияның мәҙәниәтен аңлау һәм шына яҙыуҙарҙың шифрын асыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була.
Ҡыҫҡа факттар Хөрмәтенә аталған, Дәүләт ...
Ашшурбанипал китапханаһы | |
Хөрмәтенә аталған | Ашшурбанапал[d] |
---|---|
Дәүләт | Ираҡ |
Административ-территориаль берәмек | Ниневия |
Ҡулланылған тел | аккад теле[d] |
Башланыу датаһы | Б. э. т. VII быуат |
Коллекцияләре | Британ музейы[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Лейард, Остин Генри[d] һәм Рассам, Ормуз[d] |
Асыу датаһы | 1849 һәм 1852 |
Коллекция күләме | 30 000 глиняные таблички |
Ашшурбанипал китапханаһы Викимилектә |
Ябырға