Аҡмулла
башҡорт шағиры, мәғрифәтсе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Аҡмулла (ысын исеме — Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы; 14 декабрь[1] 1831 йыл — 8 октябрь[1] 1895 йыл) — күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала.
Аҡмулла | |
Аҡмулланың портреты (рәс. Ф. Ислахов) | |
Исеме: |
Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы |
---|---|
Тыуған көнө: |
14.12.1831[1] |
Тыуған урыны: |
Туҡһанбай ауылы, Күл-Иле-Мең улусы, Бәләбәй өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районы) |
Вафат булған көнө: |
8 октябрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) |
Вафат булған урыны: |
Һарыҫтан ауылы янында[2], Троицк өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһе) |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, мәғрифәтсе |
Аҡмулла Викиһандыҡта |
Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ҙур роль уйнай, уның ижады ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәттәре үҫешенә әһәмиәтле йоғонто яһай, уның исеме төркмәндәр, ҡарағалпаҡтар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң билдәле була[3].