Аҡтар хәрәкәте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аҡтар хәрәкәте (шулай «Аҡ эш», «Аҡ ниәт», «Аҡ гвардия») — Совет власын ҡолатыу маҡсатында 1917—1922 йылдарҙа Рәсәйҙә Граждандар һуғышы барышында сәйәси йәһәттән барлыҡҡа килгән төрлө көстәрҙең хәрби хәрәкәте. Большевиктар диктатураһын ҡабул итмәгән социалистар һәм демократиктар, дөйөм патриотик рухлы хәрбиҙәр, шулай уҡ большевиктар идеологияһына ҡаршы берләшкән һәм «Бөйөк, Берҙәм һәм Бүленмәҫ Рәсәй» принцибы нигеҙендә эш иткән монархистар вәкилдәрен үҙ эсенә алған. Аҡтар хәрәкәте Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осоронда Урта Азияла бойондороҡһоҙлоҡ, баҫмасылыҡ өсөн милли хәрәкәттәр, шулай уҡ сит ил интервенттары, анархо-коммунистары («махновсылар») һәм «йәшелдәр» (Тамбов ихтилалы) менән бер рәттән большевиктарға ҡаршы иң ҙур хәрби-сәйәси көс була."Аҡ хәрәкәт" термины Совет Рәсәйҙә барлыҡҡа килә, ә 1920-се йылдарҙан алып рус эмиграцияһында ла ҡулланыла башлай[2].
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Тутыйғош мөхәррирләй. |
Аҡтар хәрәкәте идеологияһында етди айырмалыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, унда Рәсәйҙә демократик, парламент сәйәси ҡоролошон, шәхси милекте һәм баҙар мөнәсәбәттәрен тергеҙеү теләге өҫтөнлөк итә[3]. Сәйәси төҫмөрҙәре булыуға ҡарамаҫтан, аҡтар хәрәкәте, дөйөм алғанда Столыпин Рәсәйе ҡиммәттәрен яҡлаған хәрби-сәйәси хәрәкәтте кәүҙәләндерә[4].
Хәҙерге Рәсәй тарихсылары Аҡтар хәрәкәте көрәшенең милли-патриотик характерын билдәләй[5][6][7], был мәсьәләлә улар аҡтар хәрәкәте идеологтары менән килешеп эш итә[8][9][10]. Граждандар һуғышы осоронан әлеге хәрәкәт рус милли-патьриотик хәрәкәте булып һанала. Әммә Аҡтар хәрәкәтенең шул уҡ милли-патриотик характерында уның еңелеү сәбәптәренең береһе ята: ул, был хәрәкәттәрҙе «сепаратсылар» тип ҡарап, элекке Рәсәй империяһы сигендәге бер генә большевиктарға ҡаршы милли хәрәкәт менән дә тиерлек уртаҡ тел таба алмай[11].
Ҡайһы бер һыҙаттар буйынса Аҡтар хәрәкәте Граждандар һуғышының большевиктарға ҡаршы башҡа көстәренән айырыла:
- Аҡтар хәрәкәте совет власына һәм уның союздаш сәйәси структураларына ҡаршы ойошторолған хәрби-сәйәси хәрәкәт булғанға күрә, уның совет власына ҡарата килешмәүсәнлеге Граждандар һуғышының ниндәй ҙә булһа тыныс, компромисһыҙ тамамланыу мөмкинлеген юҡҡа сығара.
- Аҡтар хәрәкәте һуғыш ваҡытында берҙән-бер власты — коллегиаль, ә хәрби хәрәкәтте граждандар хәрәкәтенә өҫтөнлөк биреү менән айырылып тора..Аҡтар хөкүмәттәре өсөн[12] А властарҙы аныҡ бүлеүҙең булмауы, вәкәләтле органдар йәки бер ниндәй ҙә роль уйнамау йәки кәңәшләшеү функциялары ғына булыуы хас.
- Аҡтар хәрәкәте февраль-октябрь айҙарына тиклемге күсәгилешлекте иғлан итеп, үҙен бөтә ил кимәлендә законлаштырырға маташа.
- Бөтә төбәк аҡ хөкүмәттәре адмирал А. В. Колчакты таный һәм шуға күрә сәйәси программаларҙың уртаҡлығына һәм хәрби хәрәкәттәрҙең координацияһына ирешергә теләк тыуа.
- Аҡтар хәрәкәте дөйөм символикаға эйә була: өс төҫлө аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флаг, герб, «Коль славен наш Господь в Сионе» исемле рәсми гимны.[13].
Аҡтар хәрәкәте 1917 йылдың авгусында Корнилов сығышын әҙерләгән мәлдән башлана, тип иҫәпләргә мөмкин. Аҡтар хәрәкәтенең ойошторолоуы 1917 йылдың октябре — 1918 йылдың ғинуарында Октябрь революцияһынан һәм Ойоштороу йыйылышы бөтөрөлөүенән һуң башлана һәм 1918 йылдың 18 ноябрендә, адмирал Колчак власҡа килгәндән һуң, тамамлана[13].