БАССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
Wikimedia-Listn / From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы 1937 йылда БАССР Конституцияһына ярашлы булдырыла. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы, СССР Конституцияһы, РСФСР Конституцияһы һәм Башҡорт АССР-ы Конституцияһы тарафынан Башҡорт АССР-ы ҡарамағына ҡалдырылған бөтә һорауҙарҙы хәл итергә тулы хоҡуҡлы Башҡорт АССР-ы дәүләт власының юғары органы булып тора. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы эшмәкәрлеге мәсьәләләрҙе коллектив, ирекле, эшлекле тикшереү һәм хәл итеүгә, асыҡлыҡҡа, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы алдында уның булдырған органдарының даими отчет биреүенә, граждандарҙы дәүләт һәм йәмәғәт эштәре менән идара итеүгә киңерәк йәлеп итеүгә, даими йәмәғәт фекерен иҫәпкә алыуға нигеҙләнә.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуҙы уның эшендә һәр Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутатының әүҙем ҡатнашыуы нигеҙендә төҙөй. Депутат үҙ вәкәләттәрен производствонан йәки хеҙмәт эшмәкәрлегенән айырылмайса тормошҡа ашыра.
Башта Башҡорт АССР-ы Юғары Советы түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: БАССР, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт.
XX быуаттың 90-се йылдарында Башҡорт АССР-ы Юғары Советы түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан бинаға күсә: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Йорто.
Башҡорт АССР-ының беренсе саҡырылыш (1938—1947) Юғары Советы депутаттары исемлеге[1]: