БАССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
Wikimedia-Listn / From Wikipedia, the free encyclopedia
БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаттары исемлеге — БАССР-ҙың һуңғы саҡырылыш Юғары Советы.
Башҡортостан Республикаһының XII саҡырылыш Юғары Советы 1990 йылдың мартында 267 депутат составында һайлана. Һуңынан ул айырым округтар, өҫтәмә һайлауҙар үткәреп тулыландырыла, сөнки Конституцияла Юғары Советта 280 халыҡ депутаты булырға тейеш тип ҡаралған.
1991 йылдың 1 ғинуарында Борисов Константин Алексеевич 51-се Яңы Александровка һайлау округы, һайлана
1991 йылдың 17 мартында — Емченко Владимир Степанович, 80-се Тирлән һайлау округы, һайлана.
1990 йылдың 15 майында — Протопопов Владимир Васильевич (депутат), 99-сы Кама һайлау округы
1991 йылдың 6 ғинуарында — Йәләев Тимерйән Сәхәүетдин улы, 269-сы Яңы Балтас һайлау округы
1993 йылдың 7 февралендә — Сигаков Николай Иванович, 113-сө Муса һайлау округы
1992 йыл 17 июнендә — Фәррәхетдинов Рауил Ғоссаметдин улы, 29-сы Нижегородка һайлау округы
1992 йылдың 20 майында — Зайцев Михаил Алексеевич, 67-се Төньяҡ-Пасад һайлау округы
1992 йылдың 20 майында — Заяш Владимир Николаевич, 106-сы Губкин һайлау округы
Шулай итеп, Заяш/Заяш Владимир Николаевич һуңғы һайланған БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты була.