БАССР-ҙың 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
Wikimedia-Listn / From Wikipedia, the free encyclopedia
БАССР-ҙың өсөнсө саҡырылыш (1951—1955) Юғары Советы депутаттары (бөтәһе 216)
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы 1937 йылда БАССР Конституцияһына ярашлы булдырыла. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы, СССР Конституцияһы, РСФСР Конституцияһы һәм Башҡорт АССР-ы Конституцияһы тарафынан Башҡорт АССР-ы ҡарамағына ҡалдырылған бөтә һорауҙарҙы хәл итергә тулы хоҡуҡлы Башҡорт АССР-ы дәүләт власының юғары органы булып тора. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы эшмәкәрлеге мәсьәләләрҙе коллектив, ирекле, эшлекле тикшереү һәм хәл итеүгә, асыҡлыҡҡа, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы алдында уның булдырған органдарының даими отчет биреүенә, граждандарҙы дәүләт һәм йәмәғәт эштәре менән идара итеүгә киңерәк йәлеп итеүгә, даими йәмәғәт фекерен иҫәпкә алыуға нигеҙләнә.Башҡорт АССР-ы Юғары Советы үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуҙы уның эшендә һәр Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутатының әүҙем ҡатнашыуы нигеҙендә төҙөй. Депутат үҙ вәкәләттәрен производствонан йәки хеҙмәт эшмәкәрлегенән айырылмайса тормошҡа ашыра.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуҙы уның эшендә һәр Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутатының әүҙем ҡатнашыуы нигеҙендә төҙөй. Депутат үҙ вәкәләттәрен производствонан йәки хеҙмәт эшмәкәрлегенән айырылмайса тормошҡа ашыра.
1970 йылға тиклем Башҡорт АССР-ы Юғары Советы түбәндәге адрес, урынлашҡан: БАССР, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт.
БАССР-ҙың райондары араһында Көйөргәҙе районы атала, әммә ул 1992 йылға тиклем Күмертау районы тип аталған[1].
Өсөнсө саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге[2]: