From Wikipedia, the free encyclopedia
Балатау — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Балатау | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 5 км |
Киңлеге | 3 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 639 м |
Урынлашыуы | |
53°30′14″ с. ш. 56°18′43″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Ишембай районы буйлап меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 5 км, киңлеге 2,5—3 км тиклем, абсолют бейеклеге 639 м. Юғалыусы һыу ағымдары (Үрек й. ҡушылдыҡтары) аҡҡан һай карстлы уйһыулыҡтар менән бүленгән 5 айырым тау массивынан тора. Һырт көньяҡ һәм төньяҡ ситтәге өлөштәрендә текә, яланғас эзбизташлы битләүҙәр бар. Көнбайыш һәм көнсығыш битләүҙәре һөҙәк. Карст упҡындары күп. Өҫкө вендтың әшә серияһынан алып карбон ултырмаларына тиклемге тоҡомдарҙан тора. Өҫтөндә ҡараһыу һоро урман һәм ҡараға оҡшаш тупраҡтарҙағы ҡайын, ҡарағай‑ҡайын урмандары үҫә. Ҡаялы түбәләре һәм текә битләүҙәре ҡайын һәм ҡарағай ҡатыш тәпәш буйлы имәнлектәр менән ҡапланған. Урман эсендәге аҡландар көтөүлек һәм сабынлыҡтар итеп файҙаланыла.
Һырттың атамаһы «бала» һүҙенән алынған, бәлки «бәләкәй» тигәнде аңлаталыр.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.