From Wikipedia, the free encyclopedia
[[Категория:]]
Батуми мәсете | |
Нигеҙләү датаһы | 1886 |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Батуми |
Батуми мәсете Викимилектә |
Батуми мәсете йәкиОрта Джаме (груз. ბათუმის მეჩეთი йәки груз. ორთა ჯამე) — Грузияның Аджария төбәге Батуми ҡалаһы мәсете.
Батуми мәсете 1886 йыл да грузин сығышлы мосолман дворяны Аслан-бәк Химшиашвили ғаиләһенең заказы буйынса төҙөлә[1]. Ул ике Азизе Джаме һәм Әхмәт- паша Джаме араһында урынлаша. Орта Джаме йәки Орта Джами атамаһы ла шунан килеп сыға, сөнки төрөк теленән «Orta» тигән һүҙ «урта» тигәнде аңлата, йәғни «уртала урынлашҡан»[2]. 1932 йылдан 1946 йыл ға тиклем мәсет совет власы тарафынан ябыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәсет хәрби ҡорал склады итеп тотола. 1946 йылда (Пправославие динен тотоусыларҙың Изге Николай ҡорамы мелән бер ваҡытта) мәсет яңынан эшләй башлай[3].
1995 йылда манараһы яңыртыла. 2007 йылда да төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Мәсет ҡарамағында Ҡөрьән һәм ислам тарихын өйрәнергә теләгән балалар өсөн пансионат-мәктәп эшләй. Шулай уҡ бинала мөфтиәт, мәжлес, бер ничә имам эшләй[4].
Мәсет аҡ тәҫтәге ике ҡатлы бинанан ғибәрәт. Бер манара >һы һәм алтын ялатылған көмбәҙе бар. Мәсет стеналарын ағалы-энеле Лаздар биҙәй. Батуми ҡалаһында бөгөн дә эшләгән берҙән-бер мәсет.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.