Башҡорт АССР-ының иҡтисады
СССР-ҙың Урал иҡтисади төбәгенең бер өлөшө булған БАССР иҡтисады / From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт АССР-ының иҡтисады — СССР-ҙың Урал иҡтисади төбәгенә ингән Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының (БАССР) иҡтисады, Өфө, Салауат—Стәрлетамаҡ кеүек эре иҡтисади төйөндәрҙе үҙ эсенә ала.
Башҡорт АССР-ының иҡтисады |
БАССР иҡтисады төбәктәр буйынса төрлө үҙенсәлектәргә эйә була: Урта Ағиҙел буйы — БАССР-ҙың иҡтисади йәҙрәһе, халҡының яртыһы, иҡтисад производствоһының 4/5 өлөшө, ауыл хужалығының ҙур өлөшө ошонда тупланған. Урта Ағиҙел буйында эшкәртеү сәнәғәте өҫтөнлөк итә; ауыл хужалығы юғары интенсивлыҡ менән айырылып тора; транспорт селтәре нығыраҡ үҫешкән. БАССР-ҙың Көнбайыш төбәгендә нефть сығарыу һәм бойҙай игеү-малсылыҡ йүнәлешле ауыл хужалығы өҫтөнлөк итә, ауыл еренә юғары халыҡ тығыҙлығы хас. БАССР-ҙың Төньяҡ төбәге — ауыл хужалығы, урман сәнәғәте һәм нефть сығарыу төбәге. БАССР-ҙың Таулы төбәге — тау заводтары сәнәғәте, таулы һыҙаттың төньяғында эре ағас эшкәртеү предприятиелары, игенселек һәм малсылыҡ тармаҡтары булған әҙ халыҡлы төбәк.