Башҡорт алфавиты
башҡорт теленең алфавиты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт алфавиты, башҡорт әлифбаһы — башҡорт теленең алфавиты. Башҡорттар төрлө дәүерҙә боронғо төрки рун яҙмаһын, боронғо уйғыр, ғәрәп, латин яҙмаларын һәм кириллица ҡуллана. Һуңғыһы — әлеге көндә ҡулланылған алфавит. Был алфавитта 42 хәреф, шуларҙың туғыҙы телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Ө ө, Ү ү, Ғ ғ, Ҡ ҡ, Ң ң, Ҙ ҙ, Ҫ ҫ, Һ һ хәрефтәре.