Башҡорт кавалерия дивизияһының Советтар Союзы Геройҙары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт кавалерия дивизияһының Советтар Союзы Геройҙары — Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары исемлеге. Дивизияның 3860 һалдаты һәм офицеры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 78 яугирға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм биш һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры була.